Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының
Мәҙәниәт идаралығы
муниципаль ҡаҙна учреждениеһы
logo
Муниципальное казенное учреждение
Управление культуры
муниципального района Давлекановский район
Республики Башкортостан

Отчетно-выборочная конференция курултая башкир Давлекановского района

Район мәҙәниәт Йортонда Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Уның эшендә шағирә, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Л.Х. Абдуллина, Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы С.Н.Ҡолбахтин ҡатнашты. Башҡорттар ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғ.Ш. Ҡотлоғәлләмов Ҡоролтайҙың һуңғы осорҙағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары менән таныштырҙы.
Үҫеп килгән быуында туған телгә һөйөү тәрбиәләү эше, зона, республика конкурстарында уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары тураһында мәғариф Идаралығы методисы Н.А.Ғизәтуллина хәбәр итте. Ҡоролтай ҡунаҡтары — яҡташыбыҙ, шағирә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Л.Х.Абдуллина һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы Идаралығы начальнигы С.Н. Ҡолбахтин — башҡарма комитеттың перспективалары һәм пландары тураһында хәбәр итте. Улар йыйылыусыларҙың иғтибарын йәштәр менән эшләүҙең мөһимлегенә йүнәлтте.
Мәҙәниәт Идаралығы начальнигы Р.В. Әхмәтрәхимов башҡарылған эш тураһында мәғлүмәткә туҡталды. Ул йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү, туған телде, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм йолаларын өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелгән саралар хаҡында һөйләне. Район Мәҙәниәт йорто түңәрәк етәксеһе Н.В.Фазуллина «Табын-Фест» республика йәштәр фестивале тураһында һөйләне.
АРТАБАН VI бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды. Конференция резолюция ҡабул итте, сара аҙағында делегаттар башҡарма комитеттың яңы составын раҫланы. Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп Ғ.Ш. Ҡотлоғәлләмов һайланды.

В районном Доме культуры прошла отчетно-выборочная конференция курултая башкир Давлекановского района. В ее работе приняли участие поэтесса, лауреат молодежной премии им. Ш.Бабича Л.Х.Абдуллина, начальник управления по государственной охране объектов культурного наследия Республики Башкортостан С.Н.Кулбахтин. Председатель исполкома Курултая башкир Г.Ш.Кутлугаллямов ознакомил с итогами деятельности Курултая за последний период. О работе по воспитанию у подрастающего поколения любви к родному языку, достижениях обучающихся на зональных, республиканских конкурсах сообщила методист Управления образования Н.А.Гизатуллина.
Гости курултая — наша землячка, поэтесса, член исполкома Всемирного курултая башкир Л.Х. Абдуллина и Начальник Управления по государственной охране объектов культурного наследия Республики Башкортостан С.Н.Кулбахтин — проинформировали о перспективах и планах исполкома. Они обратили внимание собравшихся на важность работы с молодежью.
Начальник Управления культуры Р.В.Ахмадрахимов подробно остановился на информации о проделанной работе. Он рассказал о проведенных мероприятиях в целях духовно-нравственного воспитания молодежи, привития интереса к изучению и сохранению родного языка, культуре и традициям башкирского народа.
Руководитель кружка Н.В.Фазуллина рассказала о Республиканском молодежном фестивале “Табын-Фест”.
Далее были избраны делегаты на VI Всемирный курултай башкир.
Конференцией была принята резолюция, в завершение мероприятия делегаты утвердили новый состав исполкома. Председателем исполкома курултая башкир Давлекановского района избран Г.Ш. Кутлугаллямов.