Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районының
Мәҙәниәт идаралығы
муниципаль ҡаҙна учреждениеһы
logo
Муниципальное казенное учреждение
Управление культуры
муниципального района Давлекановский район
Республики Башкортостан

Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттарының йыйыны

15 июлдә, йәмле Дим буйында урынлашҡан Яңы Яппар ауылында Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттарының йыйыны гөрләп уҙҙы. Саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар, ауыл халҡы байрам майҙанына дәррәү йыйылдылар. Тирмәләр байрамса ҡоролған, ҡаҙандарҙа ит бешеп, самауырҙар ҡайнап ултыра. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алдылар. Һәр ҡунаҡ йылы һүҙ менән ауыл халҡына, килгән ҡунаҡтарға үҙҙәренең сәләмдәрен еткерҙеләр. Ауыл халҡы менән бергә күңелле итеп ял иттеләр.
Яҡын тирәләге ауыл биләмәләре тирмә ҡороп, табын әҙерләп ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Күрше Әлшәй, Шишмә, Буздяк, Миәкә, Ауырғазы райондарының күргәҙмәләре, тирмәләре, музыкаль сығыштары һәр кемде һоҡландырҙы, ҡыуандырҙы.
Байрамда ҡатнашҡан барлыҡ ҡунаҡтарҙы, аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән тирмәләрҙә, яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, тәмле риҙыҡтар менән ихлас һыйланылар. Тәмле аштар, хуш еҫле сәйҙәр, йыр –бейеү, уйын-көлкө менән һуғарылған был оло байрам һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Байрамды ойоштороусыларға, әҙерләп үткәреүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Алдағы йылдарҙа уҙғарылған йыйында тағы ла ойошҡаныраҡ, әүҙемерәк булырға, тирә-яҡ башҡорт ауылдары менән осрашырырға яҙһын.