«Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттарының йыйыны»
Йәйҙең иң матур көндәренең береһе, 2 июлдә, йәмле Дим буйында урынлашҡан Яңы Яппар ауылында Ҡырҡ өйлө мең ырыуы башҡорттарының йыйыны гөрләп уҙҙы. Саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар, ауыл халҡы байрам майҙанына дәррәү йыйылдылар. Тирмәләр байрамса ҡоролған, ҡаҙандарҙа ит бешеп, самауырҙар ҡайнап ултыра. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алдылар.Һәр ҡунаҡ йылы һүҙ менән ауыл халҡына, килгән ҡунаҡтарға үҙҙәренең сәләмдәрен еткерҙеләр.
Байрамда ҡатнашҡан барлыҡ ҡунаҡтарҙы, аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән тирмәләрҙә, яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, тәмле риҙыҡтар менән ихлас һыйланылар. Тәмле аштар, хуш еҫле сәйҙәр, йыр –бейеү, уйын-көлкө менән һуғарылған был оло байрам һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Байрамды ойоштороусыларға, әҙерләп үткәреүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Алдағы йылдарҙа уҙғарылған йыйында тағы ла ойошҡаныраҡ, әүҙемерәк булырға, тирә-яҡ башҡорт ауылдары менән осрашырырға яҙһын.